

10 ноябрҙә Өфөлә ВДНХ ЭКСПО майҙансығында социаль эшҡыуарлыҡ буйынса төбәк-ара форум уҙғарыла. Бизнес һәм власть вәкилдәре, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар, әйҙәүсе спикерҙар, федераль кимәлдәге эксперттар тармаҡтың проблемаларын һәм перспективаларын тикшерәсәк, эш тәжрибәләре менән уртаҡлашасаҡ. Сара “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ инициативаһына ярҙам итеү” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә уҙғарыла.
Форум “Яңы ысынбарлыҡта социаль эшҡыуарлыҡ: бурыстар һәм перспективалар” темаһына арналған пленар ултырыш менән асыласаҡ. Унда төбәктең профиль министрлыҡтары һәм ведомстволары етәкселәре ҡатнаша. Шулай уҡ программала семинар уҙғарыу ҙа ҡаралған.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.