

Эшҡыуарҙарға ярҙам итеү маҡсатында “Эффективность.рф” платформаһы булдырылды. Ул “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты (национальный проект “Производительность труда”) сиктәрендә башҡарыла.
Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы хәбәр итеүенсә, был платформа эшҡыуарҙарға ҡыйбат хаҡҡа белгестәр ялламайынса һәм иҫәпләү ҡеүәттәрен һатып алмайынса ла предприятиены һанлаштырыу эшен башлау мөмкинлеге бирә. Ә был иһә ялҡытҡыс процестарҙы автоматлаштырыу, етештереүгә контролде көсәйтеү өсөн шарттар тыуҙыра.
Платформаны “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты үлсәмдәренә тура килгән предприятиелар файҙалана ала. Ундай компанияларҙың тауар әйләнеше 400 миллион һум һәм унан да ашыуыраҡ булырға тейеш. Сит ил компанияларының ҡатнашлығын 50 проценттан да арттырмау талабы ҡуйыла.
2024 йыл аҙағына ошо платформаны ҡулланыусы компаниялар һаны дүрт меңгә етер тип көтөлә.
Фото: БР Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы сайтынан.