Милли проекттар
29 Октябрь 2022, 06:30

Баймаҡ лицей-интернатында - инновациялы майҙансыҡ

Ул полилингваль белем биреүҙе тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән.

Баймаҡ лицей-интернатында - инновациялы майҙансыҡБаймаҡ лицей-интернатында - инновациялы майҙансыҡ
Баймаҡ лицей-интернатында - инновациялы майҙансыҡ

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектының (национальный проект “Образование”) “Һанлы белем биреү мөхите” төбәк проектына ярашлы, Баймаҡ лицей-интернатында "Уҡыусыларҙы бер нисә тел белеү ярҙамында донъя мәҙәниәтенә йәлеп итеүҙең маҡсатлы белем биреү процесы булараҡ полилингваль уҡытыу" темаһы буйынса инновациялы майҙансыҡ асылды.

Белем усағы етәкселеге һүҙҙәренсә, майҙансыҡ эше нигеҙендә ғилми-ғәмәли һәм уҡытыу-методик конференцияларҙа ҡатнашыу, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының ғилми хеҙмәткәрҙәре һәм уҡытыусылары менән берлектә мәҡәләләр баҫтырыу, проекттың билдәләнгән темаһы буйынса монографиялар, хеҙмәт йыйынтыҡтары, дәреслектәр, методик әсбаптар әҙерләү планлаштырыла.

Майҙансыҡтың ғилми етәксеһе - М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты доценты, педагогия фәндәре докторы Рәйсә Ғөбәйҙулла ҡыҙы Дәүләтбаева.

Фото Баймаҡ лицей-интернаты сайтынан.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Карима Усманова
Читайте нас