Милли проекттар
29 Октябрь 2022, 11:30

Етемдәргә фатир асҡыстары тапшырылды

Әбйәлил районынан 19 етем ҡыҙ һәм егет торлаҡлы булды.

Етемдәргә фатир асҡыстары тапшырылдыЕтемдәргә фатир асҡыстары тапшырылды
Етемдәргә фатир асҡыстары тапшырылды

Кисә Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған 19 етемгә фатир асҡыстары тапшырҙы.

Бәхетлеләр араһында Лилиә Вәлиуллина ла бар. Уның ҡыуанысы сикһеҙ. Район етәкселәренә сикһеҙ рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе Лилиә.

Бындай эштәрҙең барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.

Фото: "Абзелил" гәзите сайты.

 #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Етемдәргә фатир асҡыстары тапшырылды
Етемдәргә фатир асҡыстары тапшырылды
Етемдәргә фатир асҡыстары тапшырылды
Етемдәргә фатир асҡыстары тапшырылды
Автор:Карима Усманова
Читайте нас