

Республикабыҙҙың Баймаҡ районы ЗАГС-ында Илназ һәм Гөлназ исемле игеҙәк балалар теркәлгән.
Баймаҡ районының Беренсе Этҡол ауылында йәшәгән Азалия һәм Иштуған Мәхмүтовтарҙың ғаиләһендә оло шатлыҡ: уларҙың игеҙәк ҡыҙ һәм улы донъяға килгән. Ишле ғаиләлә тағы ла дүрт бала тәрбиәләнә. Улдары Илмир менән Арсен етенсе һәм бишенсе класта уҡый, Ләйсән - икенселә, ә Луизалары әле балалар баҡсаһына йөрөй. Ағай-апайҙары янында игеҙәктәр ҙә хәстәрлек тойоп, бәхетле булып үҫер.
Ишле ғаилә үҙ йортонда йәшәй, күпләп мал тота, баҡса үҫтерә. Балаларының һәр яҡлап үҫешенә лә ҙур иғтибар бүлә атай менән әсәй.
Баймаҡ районы ЗАГС бүлеге етәксеһе Ләйлә Сөләймәнова әйтеүенсә, Гөлназ менән Илназ - быйыл районда теркәлгән дүртенсе игеҙәктәр.
Ишле ғаиләләрҙе хәстәрләү буйынса эш “Демография” (национальный проект "Демография") милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә атҡарыла.
Фото Азалия Мәхмүтованың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан