

Салауат дауаханаһында хирургия онкобүлеге эшләй башланы, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.
"Был ҡала халҡына махсуслаштырылған медицина ярҙамын урында күрһәтеү мөмкинлеген биргән әһәмиәтле мәл. Хәҙер пациенттарҙың өйҙәренә яҡын районда операция яһау мөмкинлеге бар", - тине Салауат ҡала клиник дауаханаһының баш табибы Илшат Яппаров.
Тәүҙә бүлексәлә күрһәтмә операциялар эшләнгән. Өфөләге Республика онкология диспансерының 5-се хирургия бүлексәһе мөдире, юғары категориялы онколог, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Марат Ғәлиев ике пациентҡа операция яһаған.
Ҡатындар онкодиспансерҙың Салауат филиалында тикшерелгән һәм химия терапияһы үткән. Ике операция ла өс сәғәткә яҡын дауам иткән.
"Был - дауахана өсөн ҙур алға китеш. Ошо йүнәлеште артабан да дауам итәсәкбеҙ, белгестәр саҡырасаҡбыҙ, персоналды өйрәтәсәкбеҙ, пациенттарыбыҙ был ҡурҡыныс сирҙән ваҡытында ҡотолһон, ошонда, тыуған ҡалаһында һауыҡһын өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ", - тип билдәләне Илшат Яппаров.
Рәсәй Президенты Владимир Путин тарафынан май указы нигеҙендә тәҡдим ителгән “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты (национальный проект “Здравоохранение”) буйынса беҙҙең республикала был йүнәлешкә ҙур иғтибар бүленә.
”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологиялары индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан