

Республикабыҙҙа төрлө өлкәлә халыҡҡа ярҙам итеүсе программалар эшләй. “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект "Жилье и городская среда") нигеҙендә Тәтешле районы хакимиәте торлаҡ йорт төҙөүҙә инвестор булып сығыш яһай. Был “Башҡортостан Республикаһы ауыл биләмәләренең комплекслы үҫеше” дәүләт программаһын тормошҡа ашырыуға ярашлы ауылдарҙа торлаҡта найм килешеүе буйынса йәшәгән граждандарға тәғәйенләнгән.
Был программа буйынса “Строй-М” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте 73 квадрат метр майҙанлы барлыҡ тейешле коммуникация менән торлаҡ йорт һалған. Артабан ошо йорт найм килешеүе буйынса һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәренә бирелә. Был ауыл ерҙәренә белгестәрҙе йәлеп итеүҙең махсус программаһы буйынса эшләнә.
Йорт бик күркәм килеп сыҡҡан, ике бүлмәһе, айырым терассаһы бар. Обойҙарын ошо йортта йәшәйәсәк граждандар үҙҙәре һайлаған. Ер участкаһы ауыл уртаһында урынлашҡан. Бөгөн йорт тулыһынса төҙөлөп бөткән, объектты тапшырыу өсөн документтар әҙерләнә.
Наталья Саттарова республика етәкселегенә ошондай программалар булдырылыуы өсөн рәхмәтле булыуын белдерҙе. Йортто планировкалауҙа ҡатнашыу мөмкинлеге уға айырыуса оҡшаған. Наталья Фәйзелхан ҡыҙы билдәләүенсә, бөгөн үҙ көсөң менән бындай йорт төҙөү ауыр.
Хеҙмәт эшмәкәрлегенең биш йылы үткәс, ошо программала ҡатнашыусылар торлаҡты иҫәп хаҡының 10 процентына һатып алыу мөмкинлегенә эйә, 10 йылдан ул бер процент ҡына тәшкил итәсәк.
Был саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарын тормошҡа ашырырға ла булышлыҡ итә.
Фото: "Башинформ".
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан