

Ноябрь айында Нуриман районының күп функциялы күсмә мәҙәни үҙәге (автоклуб) “Берҙәм булғанда – еңелмәйәсәкбеҙ” исемле ете күсмә илһөйәрлек сараһы ойоштора.
Әйтергә кәрәк, “Мәҙәниәт” милли проекты (национальный проект “Культура”) ярҙамында 2020 йылда Нуриман районы республика беренсе булып күп функциялы күсмә мәҙәни үҙәк (автоклуб) алды. Был Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарын тормошҡа ашырыуға ла булышлыҡ итте.
Саралар Байкал, Юрмаш, Вознесенский, Нур, Рәтүш, Ҡаҙнаташ, Яңы Исай ауылдарында үтәсәк.
"Автоклуб барлыҡҡа килеү менән төрлө тамашасыларҙы йәлеп иткән ҡыҙыҡлы саралар һаны артты. Хәҙер хатта төпкөлдә йәшәгәндәр ҙә был сәхнәлә ижади коллективтар концертын, йәйге каникул осоронда балалар өсөн күңел асыу уйындарын, спорт сараларын, шулай уҡ төрлө акцияларҙы күрә ала. Бынан тыш, автоклуб Украинала махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Рәсәй хәрбиҙәрен яҡлаған илһөйәрлек программаһы менән дә тораҡ пунктарға сыға”, - тине автоклубтың художество етәксеһе Эльвира Ғәзизова.
Күп функциялы күсмә мәҙәниәт йортонан тиҙ генә концерт майҙансығын ҡорорға мөмкин. Ул яҡтылыҡ, тауыш һәм видеоҡоролма менән йыһазландырылған һәм үтеү мөмкин булған биләмәләрҙә - парктарҙа, ял урындарында, төрлө майҙансыҡтарҙа мәҙәни саралар уҙғарыуға мөмкинлек бирә. Автоклуб менән райондың барлыҡ ауылдарына ла сығып саралар ойошторолған, уларға 20 меңләп кеше йәлеп ителгән.
Фото: Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы.