

Заманса спорт майҙансығы спорт менән шөғөлләнеп, сәләмәт тормош алып барыу мөмкинлеген киңәйтә. Ул “Демография” милли проектын (национальный проект “Демография”) тормошҡа ашырыу маҡсатында ҡоролған.
"Ошондай тренажерҙарҙа шөғөлләнергә һәр ваҡыт хыяллана торғайным. Ләкин бындай мөмкинлек ҡалала йәшәүселәрҙә генә булды. Мәктәп тәҙрәһенән ҡарап Фәнил ағайҙың ҡасан эшләп бөтөрөн иң ныҡ көткәне мин булғанмындыр. Хәҙер спорт майҙансығының асылыуын көтәм һәм тиҙерәк шөғөлләнә башлағым килә", - тип һөйләне Асҡын районының Солтанбәк мәктәбе уҡыусыларының береһе.
Был проектты тормошҡа ашырыуға Солтанбәк халҡының “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашып, “Ҙур ауылдар” номинацияһында икенсе урын алыуы мөмкинлек бирҙе. Уларға 3,5 миллион һумға сертификат тапшырылғайны.
Аҡсаға урындағы “Сарс” лагеры бинаһы эргәһенә спорт майҙансығын эшләү ҡарар ителде. Спорт инвентарҙарын ҡороу тамамланған, уйын майҙансығына резина япма һалынған. Шунда уҡ бында баскетбол уйнау өсөн зона һәм гимнастика күнегеүҙәре өсөн урын бар. Майҙансыҡ асылыу менән теләгән һәр кемгә баскетбол уйнау йәки спорт тренажерҙарында шөғөлләнеү мөмкинлеге барлыҡҡа киләсәк. Уны асыу яҡын көндәрҙә көтөлә.
Спортты, сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалаған был саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарын тормошҡа ашырырға ла ярҙам итә.
Фото: "Башинформ".