Милли проекттар
30 Октябрь 2022, 09:30

Туймазы үҫмерҙәре һөнәрҙәр үҙләштерә

Мәктәп уҡыусылары иретеп йәбештереүсе һәм электр монтажлаусы эштәре үҙенсәлектәренә төшөнгән.

Туймазы үҫмерҙәре һөнәрҙәр үҙләштерәТуймазы үҫмерҙәре һөнәрҙәр үҙләштерә
Туймазы үҫмерҙәре һөнәрҙәр үҙләштерә

Туймазы ҡалаһының 8-се класс уҡыусылары индустриаль колледжда булып, иретеп йәбештереүсе, электр монтажлаусы, программалы идара итеү станоктары операторы, бухгалтер һөнәрҙәре менән танышты.

"Һеҙ - буласаҡ ғаилә башлыҡтары. Етеш йәшәү тураһында бөгөндән уйларға тейешһегеҙ. Шуға ла быға мөмкинлек биргән һөнәрҙе һайлау мөһим. Беҙҙең урта махсус уҡыу йортонда ныҡлы белем бирергә әҙербеҙ", - тине Туймазы индустриаль колледжы директоры Олег Ғайсин.

Бындағы һөнәрҙәрҙең йомшаҡ холоҡлолар өсөн түгеллеген дә билдәләне директор. Ләкин уларға эйә булғандар тиҙ генә аяҡҡа баҫып китә ала. Таныштырыу төплөрәк булһын өсөн, уҡыусыларға төрлө инструменттарҙы тотоп ҡарарға рөхсәт иттеләр, ғәмәлдә нисек эшләгәнен күрһәттеләр.

Етештереү базаһы ла бай. Уҙған йылда “WorldSkills” стандарты буйынса иретеп йәбештереү эшенә өйрәтеү өсөн майҙансыҡ асылған. Быйыл электр техникаһына өйрәтеү өсөн ошондай майҙансыҡ булдырылған. Бының өсөн колледж үҙаллы эшләгән миллион һумлап аҡсаһын сарыф иткән. Төрлө электр монтажы схемаларын йыйырға өйрәтеү өсөн колледж оҫтаханаларында заманса стендтар барлыҡҡа килгән.

Электр техникаһы уҡытыусыһы Виктор Кравцов етәкселегендә бер юлы ун студент бинала электр селтәрен монтажлай ала. Уҡыусылар ҙа үҙҙәрен электр монтажлаусылар ролендә һынаны.

Иретеп йәбештереү эштәре оҫтаһы Айрат Хәйруллин үҙ хеҙмәте нескәлектәре тураһында һөйләгәне, махсус ҡоролмаларҙа эшләп күрһәтте. 

Уҡыусыларҙың йәнә бер төркөмө программалы идара итеү станоктары менән танышты.

Һөнәрҙәр менән танышыу Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған “Мәғариф” милли проекты (национальный проект “Образование”) ҡуйған бурыстарҙы тормошҡа ашырырға нигеҙ бирә.  

Фото: gtrk.tv

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроектың

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас