Милли проекттар
31 Октябрь 2022, 03:30

200 саҡрым юл төҙөкләндерелә

Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы хәбәр итеүенсә, быйыл ғинуар-сентябрь айҙарында юл эштәре өсөн бүленгән аҡсаның 78 проценты маҡсатлы тотонолған да инде

200  саҡрым юл төҙөкләндерелә200  саҡрым юл төҙөкләндерелә
200 саҡрым юл төҙөкләндерелә

Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы хәбәр итеүенсә, быйыл ғинуар-сентябрь айҙарында юл эштәре өсөн бүленгән аҡсаның 78 проценты маҡсатлы тотонолған да инде.

Был эш “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты (национальный проект “Безопасные и качественные автомобильные дороги”) сиктәрендә башҡарыла. Уға ярашлы, төбәк, муниципаль-ара һәм урындағы әһәмиәтле 200 километр юл норматив хәлгә килтереләсәк.

“Әле юл эштәренең әүҙем барған сағы. Төп күләм буйынса бурыс дүртенсе кварталда тулыһынса тамамланасаҡ”, – тине республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры урынбаҫары Виктор Жульков Федераль юл агентлығы коллегияһы ултырышында.

Быйыл Башҡортостанда юл һалыу һәм ремонтлауға бөтәһе 6,2 миллиард һум бүленгән, шуның 3,6 миллиард һумдан ашыуы – милли проект буйынса.

Фото: БР Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы сайтынан.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроектың

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас