Милли проекттар
31 Октябрь 2022, 06:30

Асҡын районында – үҙенсәлекле эстафета

Быйыл ғына алты шишмә төҙөкләндерелгән

Асҡын районында – үҙенсәлекле эстафетаАсҡын районында – үҙенсәлекле эстафета
Асҡын районында – үҙенсәлекле эстафета

Асҡын районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә “Өс шишмә”не рәсми асыу тантанаһы булды. Мәғлүм булыуынса, шишмә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектына (национальный проект “Экология”) ярашлы “Башҡортостан шишмәләре” республика проекты нигеҙендә төҙөкләндерелде.

Тантанала район башлығы Динис Йосопов ҡатнашты. Ул шишмәне төҙөкләндереүгә тос өлөш индергән кешеләргә Асҡын районы хакимиәтенең һәм “Берҙәм Рәсәй” партияһы урындағы бүлексәһенең рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

– Асҡын районы буйынса һыу ятҡылыҡтарын тәртипкә килтереү буйынса үҙенсәлекле эстафета башлап ебәрҙек, – тине Динис Рәдис улы. – Яңыса төҫ алған шишмәләр райондың “йөҙөк ҡашы”на әүерелер, тип ышанам. Быйыл ғына алты шишмә төҙөкләндерелде. Был эш йыл һайын тормошҡа ашырыласаҡ. Асҡын ауылында ғына йәнә ике шишмәне төҙөкләндереүҙе планлаштырабыҙ.

Байрам аҙағында теләгән кеше шишмә һыуынан ауыҙ итте, сәй эсте. Район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре сағыу концерт ҡуйҙы.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: askino.bashkortostan.ru/presscenter/news/493110/

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/339792

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас