Милли проекттар
31 Октября 2022, 14:30

Ауыл хужалығын һанлаштырһаң...

Предприятиеларҙың табышы миллиондарға арта. 

Ауыл хужалығын һанлаштырһаң...Ауыл хужалығын һанлаштырһаң...
Ауыл хужалығын һанлаштырһаң...

Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә төбәктә “Һанлы технологиялар” федераль проектын ғәмәлгә ашырыу барышы ҡаралды. Республика дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин, “Рәсәй Федерацияһының һанлы иҡтисады” милли проекты бурыстарының береһе – иҡтисадтың реаль секторы яғынан ИТ-продукттарға ихтыяжды арттырыу, шулай уҡ һанлы продукттар әҙерләүселәргә ярҙам күрһәтеү, тип хәбәр итте.

– ВЭБ.РФ-тың комплекслы ярҙамы арҡаһында Башҡортостан төрлө өлкәләрҙә һанлы продукттар әҙерләү һәм индереүҙе финанслауҙа ҡатнашты, – тине министр. – 2022 йылда грант ярҙамы шарттары тағы ла нығыраҡ ылыҡтырғысҡа әйләнде. Атап әйткәндә, предприятие яғынан проекттарҙы берлектә финанслау проценты 50-нән 20 процентҡа тиклем кәмене. Шулай итеп, сығымдарҙың 80 процентын дәүләт үҙ өҫтөнә ала.

2022 йылда Башҡортостан агросәнәғәт комплексы өлкәһендә хаҡы 400 миллион һумдан ашыулыҡ дүрт уникаль һанлы проектты уңышлы яҡланы. Шуның 327 миллион һумын мәғлүмәт технологиялары өлкәһендә Рәсәйҙең ҡарарҙарын индереүгә булышлыҡ итеү сиктәрендә “Сколково” фонды бүлгән.

Алдағы ике йылда Дыуан районының “Рассвет”, Ейәнсура районының “А7 Агро-БР”, Ғафури районының “Восход СТ” һәм Стәрлетамаҡ районының Калинин исемендәге ауыл хужалығы предприятиеларында һанлы трансформация инструменттары индерелә.

Калинин исемендәге агропредприятиела һанлаштырыу һөт һәм ит етештереүҙең тулы циклын контролдә тоторға мөмкинлек бирәсәк. Һөҙөмтәлә һөт етештереү ете процентҡа, ит 15 процентҡа тиклем артасаҡ. Был продукцияны һатыуҙан 123 миллион һум күләмендә өҫтәмә табыш бирәсәк.

Яңы технологиялар арҡаһында “Рассвет” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте берҙәм интерфейста үҫемлекселек, малсылыҡ, етештереү һәм эшкәртеү йүнәлештәре мәғлүмәттәрен берләштерәсәк. Был һөрөнтө ерҙәрҙең һәм эшкәртеүсе цехтарҙың етештереүсәнлеген 20 процентҡа тиклем күтәрергә һәм биш йылда өҫтәмә 100 миллион һумдан ашыу аҡса эшләргә мөмкинлек бирәсәк.

Ейәнсура районындағы һанлы ҡошсолоҡ фабрикаһының проекты биш йыл дауамында йомортҡа сығарыуҙы арттырыу иҫәбенә 114,5 миллион һумлыҡ иҡтисади һөҙөмтә бирәсәк.

– Был проекттарҙы тормошҡа ашырыу агросәнәғәт комплексының бөтә тармаҡтары өсөн комплекслы системалы ҡарарҙар булдырырға, предприятиеларҙа киң таратыу өсөн заманса программа продукттары базаһын индерергә мөмкинлек бирәсәк, – тине Геннадий Разумикин. – Хәҙер беҙ республиканың Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы менән берлектә сәнәғәт предприятиеларын һанлаштырыуға тотонабыҙ.

Башҡортостан Башлығы төбәктең Дәүләт идаралығын һанлы үҫтереү министрлығы хеҙмәткәрҙәренә башҡарған эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

– Быйыл “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында ер-милек мәсьәләләре буйынса яңы сервистар индереү йәһәтенән дә һәйбәт эшләнегеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Республикалағы барлыҡ идара итеү процестарын һанлы форматҡа күсереүҙе дауам итегеҙ.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас