Милли проекттар
31 Октябрь 2022, 05:45

Ижади ҡеүәтте үҫтереү өсөн шарттар тыуҙырыла

Уҡыусылар “Рустә нисек яҙғандар” оҫталыҡ дәресендә ҡатнаша

Ижади ҡеүәтте үҫтереү өсөн шарттар тыуҙырылаИжади ҡеүәтте үҫтереү өсөн шарттар тыуҙырыла
Ижади ҡеүәтте үҫтереү өсөн шарттар тыуҙырыла

Салауат ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектының (национальный проект “Культура”) “Милләттең ижади ҡеүәтен тормошҡа ашырыу өсөн шарттар тыуҙырыу” (“Ижади кешеләр”) төбәк проектына ярашлы, ҡалалағы мәғариф ойошмаларында балалар өсөн белем биреү программалары тормошҡа ашырыла. Улар төп мәктәп программаһында ҡаралған белемде тулыландырыуҙы, нығытыуҙы, киңәйтеүҙе күҙаллай һәм уҡыусыларҙың мәҙәни, белем кимәлен күтәреүгә йүнәлтелә.

Атап әйткәндә, уҡыусылар “Рустә нисек яҙғандар” оҫталыҡ дәресендә ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡатнаша. Ул һынлы сәнғәт төрөнөң береһенә – каллиграфияға арнала. Дәрестә балалар каллиграфия тарихы менән таныша, ижад үҙенсәлектәре, художество алымдары, шулай уҡ яҙыу өсөн кәрәкле материалдар менән таныша.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: contenta.info/press_releases/340064

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/340064

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас