

Асҡын үҙәк район дауаханаһында көн һайын Республика кардиология үҙәге белгестәре менән йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренә дусар пациенттарға ярҙам итеү өсөн телемедицина консультациялары үткәрелә.
Телемедицина – ойоштороу, финанс һәм технологик саралар комплексы, ситтән тороп консультация-диагностика медицина хеҙмәте системаһы эшмәкәрлеген тәьмин итә. Пациентты дауалаған табип заманса мәғлүмәт-коммуникация технологияларын файҙаланып, башҡа белгестән консультация ала. Аҙна дауамында табиптар 11 онлайн-консультация үткәреп, артабанғы дауалау тактикаһын билдәләгән, өҫтәмә тикшеренеүҙәр үткәргән. Юғары технологиялы ярҙам талап ителгән ауырыуҙар Республика кардиология үҙәгенә оҙатылған.
–Хәҙерге заман технологиялары медицинаға ҡыйыу үтеп инә.Телемедицина консультацияларына айырыуса ихтыяж ҙур һәм ул дауалауҙа бик кәрәкле медицина хеҙмәттәренең береһе, – тип билдәләне Асҡын үҙәк район дауаханаһының баш табибы Вадим Ғәләүетдинов.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.
”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.
Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһының маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.