Милли проекттар
1 Ноябрь 2022, 07:25

Күсмә технология ярҙамға килде

Ҡорамалдың  диагностика сифатын яҡшыртыу һәм ҡулланыу мөмкинлектәре лә киң.

Күсмә технология ярҙамға килдеКүсмә технология ярҙамға килде
Күсмә технология ярҙамға килде

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Асҡын үҙәк район дауаханаһы  12 каналлы электрокардиограф алды. Был технология киң күләмле тикшереү һәм диагностика үткәрергә, пациент һәм табиптың ваҡытын экономияларға ярҙам итә.

Яңы аппарат электрокардиограммаларҙы теркәү, һаҡлау һәм эшкәртеү өсөн тәғәйенләнгән. Өҫтәүенә уны  күсереп йөрөтөп  булғанлыҡтан, ҡорамалдың ҡулланыу мөмкинлектәре лә киңерәк.

–Яңы 12 каналлы электрокардиограф диагностика сифатын яҡшыртыу һәләтенә эйә, – тип билдәләне Асҡын үҙәк район дауаханаһының баш табибы Вадим Ғәләүетдинов. – Беҙ шунда уҡ электрокардиограмманың һөҙөмтәһен алабыҙ, был патологияны тиҙерәк асыҡларға ярҙам итә. 

Терапия һәм педиатрия участкалары ҡорамалдар менән йыһазландырылған, ә белгестәр уҡыу программаһын тулыһынса үткән.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май“ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.

”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһының маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡҡа.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас