Милли проекттар
2 Ноябрь 2022, 04:00

Бер юлы ике уллы булған!

Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлеге хеҙмәткәрҙәре игеҙәктәрҙе теркәгән.

Бер юлы ике уллы булған!Бер юлы ике уллы булған!
Бер юлы ике уллы булған!

Ошо көндәрҙә Сибай ҡалаһында йәшәгән йәш ғаилә Әдилә һәм Виталий Паксюткиндар оло шатлыҡ кисергән. Уларҙың ғаиләһендә игеҙәк улдары — Андрей (ауырлығы 2800 грамм, буйы 48 см) һәм Кирилл (ауырлығы 2990 грамм, буйы 48 см) тыуған.

Сабыйҙарҙың бер юлы донъяға килеүе икеләтә бәхет, шатлыҡ ҡына ла түгел, ә яҙмыш бүләге лә. ЗАГС хеҙмәткәрҙәре йәш ғаиләгә улдарының  тыуыу тураһындағы тәүге документтарын тапшырып, сәләмәтлек, именлек теләне.  

Игеҙәктәр тыуыуы  Паксюткиндар ғаиләһе өсөн генә түгел, ә барлыҡ   туғандары, яҡындары  өсөн икеләтә бәхет.  Сабыйҙарҙың һау-сәләмәт булып үҫеүен, ата-әсәһенә  ныҡлы терәк, йыуаныс булыуын теләйбеҙ.

Бер юлы ике уллы булған Паксюткиндарға артабан да уңыштар юлдаш булһын!

Ишле ғаиләләрҙе хәстәрләү буйынса эш “Демография” (национальный проект "Демография") милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә атҡарыла.

Фото: Сибай ЗАГС-ы сайтынан.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Карима Усманова
Читайте нас