

Беларусь Республикаһының “Могилевлифтмаш” предприятиеһы Башҡортостандағы “РУССКО ЛИФТ” йәмғиәте базаһында үҙенең етештереү линияһын асырға уйлай. Предприятие етәкселегенең республикаға эш сәфәре менән килгәндә ошо хаҡта билдәле булды.
– Башҡортостан Республикаһына сит ил инвестицияларын йәлеп итеү буйынса эште дауам итәбеҙ. Беларусь Республикаһының ҙур предприятиеһының сәнәғәт етештереүсеһенең Башҡортостанда туҡталыуы беҙҙең республикалар араһында хеҙмәттәшлектең тағы ла бер яҡшы өлгөһө булып тора. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостан предприятиелары пассажир, дауахана һәм йөк лифттары сығарыуҙы үҙләштергән һәм яйға һалған. Яңы асыштарҙы файҙаланып, етештереү технологияларын камиллаштырыу буйынса эш даими алып барыла, – тип белдерҙе Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.
Осрашыу барышында лифт етештереүҙең яңы йүнәлештәре билдәләнде, был мәсьәләне артабан хәл итеү өсөн быйыл “РУССКО ЛИФТ” йәмғиәте етәкселегенең Беларусь Республикаһына эш сәфәрен ойоштороу буйынса килешеүҙәргә өлгәшелгән.
Беларусь делегацияһының Башҡортостанға сәфәре Башҡортостандың Конгресс-бюроһының Беларусь Республикаһындағы “Офис төркөмө” вәкиллеге тарафынан ойошторолған.
– Беларусь Республикаһы делегацияларының Башҡортостан Республикаһына ай һайын килеүе яҡшы йолаға әйләнде. Ошо көндәрҙә Беларусь Республикаһынан иң эре предприятиеларҙың береһе булған “Могилевлифтмаш” йәмғиәте эш сәфәре менән килде. Бергә лифттар йыйыу ғәмәлгә ашыр, тип ышанам, – тине “Башҡортостан Республикаһы Конгресс-бюроһы” йәмғиәтенең Беларусь республикаһындағы вәкиле Константин Климин.
Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы “РУСКО ЛИФТ” йәмғиәте лифтты һәм уның ҡорамалдарын тулы циклда етештергән завод булып тора. Ул йылына ике мең лифт етештереү ҡеүәтенә эйә һәм был сығарылған тауарҙы Рәсәй ҡулланыусыларына ғына түгел, ә сит илгә лә һата.
Башҡортостандың Беларусь Республикаһы менән хеҙмәттәшлеге Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) ғәмәлгә ашырыуға булышлыҡ итә.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: pravitelstvorb.ru.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан