Милли проекттар
3 Ноябрь 2022, 12:15

“Бригантина” лауреат булды

IV “Театраль Өфө” балалар һәм йәштәр театрҙары фестивале тамамланды.

“Бригантина” лауреат булды“Бригантина” лауреат булды
“Бригантина” лауреат булды

Бөрө районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә баш ҡалабыҙҙа Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектына (национальный проект “Культура”) ярашлы уҙғарылған IV “Театраль Өфө” республика балалар һәм йәштәр театрҙары фестивале тамамланды. М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында еңеүселәрҙе бүләкләнеләр.

Быйыл проектта Балтас, Йылайыр райондарынан, Өфө, Бөрө, Салауат һәм Белорет ҡалаларынан балалар һәм йәштәр театр коллективтары ҡатнашты. Бөрө ҡалаһының “Бригантина” йәш тамашасы халыҡ театры (режиссеры Евгений Сидоркин) М.Ю. Лермонтовтың пьесаһы буйынса ҡуйылған “Маскарад” спектаклен тәҡдим итте. Ул I дәрәжә лауреат булды.

Фестивалде ябыу тантанаһында ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы республика Мәҙәниәт министрлығының бүлек начальнигы Ирек Иманғәлин сәләмләне. Эштәрҙе театр тәнҡиселәре, танылған режиссерҙар һәм уҡытыусылар ингән абруйлы жюри баһаланы.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: birsk.bashkortostan.ru/presscenter/news/494311/

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/342996

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас