Милли проекттар
4 Ноябрь 2022, 05:15

30 еңеүсе билдәле булды

Улар араһында Башҡортостандан да вәкилдәр бар. Әйткәндәй, был конкурстың артабанғы этабында ҡатнашырға мөмкинлек бар

30 еңеүсе билдәле булды30 еңеүсе билдәле булды
30 еңеүсе билдәле булды

Онлайн ярышта ҡатнашыр өсөр герои.наука.рф сайтында теркәлергә кәрәк. Артабан иһә һеҙгә һорауҙар киләсәк. Был этап 6 ноябргә тиклем бара, унда конкурстың тәүге ике этабының һорауҙары ла буласаҡ. Шул рәүешле өсөнсө тур еңеүсеһе булыу бер ни тормай. Артабан иһә еңеүселәрҙе ярымфинал көтә.

Конкурстың икенсе этабындағы һорауҙар, мәҫәлән, йыһанға, физика, авиатөҙөлөшкә арналды.

Был конкурста ҡатнашыу өсөн ҙур һынау ҙа үтергә кәрәкмәй, тулыраҡ уның рәсми сайтында йәки “Бәйләнештә”ге рәсми төркөмөнә инеп белеп була.

Был конкурс «Фән һәм университеттар» милли проекты сиктәрендә үткәрелә һәм Фән-технологиялар ун йыллығы планына инә. Проект Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Май указдарына ярашлы үткәрелә.

 

Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас