Милли проекттар
4 Ноябрь 2022, 04:15

Программа тәьминәтенә – 50 процент ташлама

Был һатып алыусы өсөн дә, һатыусы өсөн дә файҙалы

Программа тәьминәтенә – 50 процент ташламаПрограмма тәьминәтенә – 50 процент ташлама
Программа тәьминәтенә – 50 процент ташлама

Башҡортостандағы Дәүләт идаралығының һанлы үҫеше министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала 2022 йылдың өсөнсө кварталында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары тарафынан үҙебеҙҙә етештерелгән 8399 берәмек офис программа тәьминәте 50 процентлы ташлама менән һатып алынған.

– Һуңғы өс айҙа ғына йүнселдәребеҙ йәнә өс меңгә яҡын программа тәьминәтен алған. Дәүләттең етештереүселәргә лицензия хаҡының яртыһын ҡаплауын иҫәпкә алғанда, был сара һатып алыусы өсөн дә, һатыусы өсөн дә файҙалы, – тине дәүләт идаралығының һанлы үҫеше министры Геннадий Разумикин.

Әйткәндәй, бындай ярҙам сараһы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары өсөн кәрәкле программа продукттарын икеләтә арзанайтыуға йүнәлтелә. Үҙебеҙҙең программа тәьминәтен күпләп ғәмәлгә индереү һәм һанлаштырыу һөҙөмтәһендә компанияларҙың эшмәкәрлеге әүҙемләшәсәк.

Мәғлүм булыуынса, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указы менән раҫланған “Рәсәй Федерацияһының һанлы иҡтисады” милли проектына (национальный проект “Цифровая экономика Российской Федерации”) ярашлы эшҡыуарлыҡты һанлаштырыуға булышлыҡ күрһәтелә.

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: it.bashkortostan.ru

Сығанаҡ: it.bashkortostan.ru

 

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас