

“Башҡортостандың мәҙәни донъяһы” порталы мәғлүмәттәренә ярашлы, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проекты (национальный проект “Культура”) нигеҙендә яңыртылған Дыуан зональ модель китапханаһында “Шытым” (“Росток”) йәнһүрәт студияһы барлыҡҡа килде.
Ошо көндәрҙә мәҙәни киңлектә “Йәнһүрәттәр донъяһы” тигән дәрес үтте. Унда балалар “мультипликация” һүҙенең мәғәнәһенә төшөндө, анимация өлкәһендәге һөнәрҙәр менән танышты. Улар шулай уҡ ябай шиғырҙы кадрҙарға бүлеп, сәхнәләштереп ҡараны, йәнһүрәт станогы менән танышты.
Мәғлүм булыуынса, илебеҙҙә “Мәҙәниәт” милли проектының модель муниципаль китапханалар асыуға йүнәлтелгән “Мәҙәни мөхит” федераль проекты 2019 йылда ғәмәлгә индерелде. Уға ярашлы 2019 йылдан 2024 йылға тиклем йыл һайын 110 модель китапхана ойоштороу бурысы ҡуйылды. Башҡортостанда әле 14 яңы быуын китапханаһы барлыҡҡа килгән. Киләһе йыл йәнә ике китапхана модернизациялана.
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: kulturarb.ru
Сығанаҡ: kulturarb.ru