Милли проекттар
5 Ноябрь 2022, 09:30

Милли проекттар ярҙамға килә

Оҫталар “һан артынан ҡыумайбыҙ, ә сифатҡа иғтибар бирәбеҙ” тигән принципҡа тоғро

Милли проекттар ярҙамға киләМилли проекттар ярҙамға килә
Милли проекттар ярҙамға килә

Рәсәй Федерацияһында “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” өҫтөнлөклө милли проекты (национальный проект “Безопасные качественные дороги”) уңышлы тормошҡа ашырыла. Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путиндың һүҙҙәренә ҡарағанда, милли проекттарҙың (национальные проекты) һәммәһенең дә төп маҡсаты –граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, кешеләргә йәшәйештә уңайлы шарттар тыуҙырыу. 

Башҡортостан етәкселеге лә был тармаҡҡа айырыуса етди иғтибар бүлә, “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект “Безопасные качественные дороги”) нигеҙендә төрлө уй-пландар тормошҡа ашырыла.

Мәҫәлән, Өфө ҡалаһының Ғ. Ибраһимов бульвары “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” мили проекты нигеҙендә капиталь төҙөкләндерелә. Әйткәндәй, “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты буйынса эштәр бигерәк тә транспорт йыш йөрөгән урында ғына башҡарыла.

Шул иғтибарға лайыҡ, бында эштәр 2021 йылда йыл башында уҡ башланған. Оҫталар “һан артынан ҡыумайбыҙ, ә сифатҡа иғтибар бирәбеҙ” тигән принципҡа тоғро. Хәҙер был урамды танырлыҡ та түгел. Техник һыҙаттарҙың бүленеүе, юл тамғаларының ҡуйылыуы-һыҙылыуы, светофорҙарҙың яңыртылыуы, канализацияның алмаштырылыуы, электр тапшырғыстарының эленеүе һәм башҡа эштәрҙең сифатлы итеп башҡарылыуы шуға асыҡ миҫал.

– Бөгөн бында йөрөүе хәүефһеҙ, – тип һөйләй Мәстүрә Ғилманова. – Хәҙер балаларҙы ҡурҡмайынса ла урамға саф һауа һуларға сығарып ебәрергә мөмкин. Ике яҡтан трамвайҙар йөрөп тора, туҡталыштар уңайлы әле, “зебра” яңыртылып тора, эскәмйәләр урынлаштырылған, ҡыҫҡаһы, барыһы ла кешеләр өсөн эшләнгән.

Шул иғтибарға лайыҡ, Ғ. Ибраһимов бульвары тап ҡаланың үҙәгендә урынлашҡан, улай ғына ла түгел, транспорт хәрәкәтенең иң көслөһө булып ҡала.

– Өфө “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проектын тормошҡа ашырыу буйынса Рәсәйҙә алдынғылыҡты бирмәй, – тип шатлығы менән уртаҡлаша Башҡортостан транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев.

Фото: Башҡортостан Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас