

Рәсәй Федерацияһында “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” өҫтөнлөклө милли проекты (национальный проект “Безопасные и качественные дороги”) уңышлы тормошҡа ашырыла. Илебеҙ Президенты Владимир Владимирович Путин билдәләүенсә, милли проекттарҙың (национальные проекты) һәммәһенең дә төп маҡсаты – граждандарҙың тормош кимәлен яҡшыртыу, халыҡҡа йәшәйештә уңайлы шарттар тыуҙырыу.
Башҡортостан етәкселеге лә был йүнәлешкә айырыуса етди иғтибар бүлә, “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект “Безопасные и качественные дороги”) нигеҙендә төрлө уй-пландар тормошҡа ашырыла.
Мәҫәлән, быйыл Стәрлетамаҡ ҡалаһында 11 километр юлды ремонтларға уйлайҙар һәм һигеҙ урында светофорҙы яңыртасаҡтар. Был маҡсат өсөн 165 миллион һумдан ашыу аҡса бүленер тип көтөлә.
– “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проектының төп маҡсаты – 2030 йылға хәтлем юл-транспорт ваҡиғаһында үлемде мөмкин хәтлем кәметеү, – тип һөйләй Башҡортостан юл һәм транспорт министры Александр Булушев. – Был тәңгәлдә уй-ниәттәр киләсәктә лә эҙмә-эҙлекле дауам итәсәк.
Шул иғтибарға лайыҡ, Башҡортостанда тормошҡа ашырылған милли проекттарҙың барыһы ла илебеҙҙең бүтән субъекттарына өлгө ролен үтәй.
Ысынлап та, Стәрлетамаҡ ҡалаһының Дуҫлыҡ урамында (2-се гимназия янында), Артем урамында (“Арбат” сауҙа үҙәге янында), шулай уҡ Коммунистик урамында, Тыныслыҡ һәм Богдан Хмельницкий урамдары киҫелешендә, Ҡаранай Моратов урамында, Хоҙайбирҙин һәм Тыныслыҡ урамдары киҫелешендә өр-яңы светофоррҙар урынлаштырыла, үҙ сиратында, был урындар яңы төҫ ала.
Фото: https://cdn.culture.ru
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан