

Рәсәй Федерацияһында “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” өҫтөнлөклө милли проекты (национальный проект “Безопасные и качественные дороги”) уңышлы бойомға ашырыла. Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путин әйтеүенсә, милли проекттарҙың (национальные проекты) һәммәһенең дә төп маҡсаты – граждандарҙың тормош кимәлен яҡшыртыу, халыҡҡа йәшәйештә уңайлы шарттар тыуҙырыу.
Башҡортостан етәкселеге лә был өлкәгә айырыуса етди иғтибар бүлә, “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект “Безопасные качественные дороги”) нигеҙендә төрлө уй-пландар тормошҡа ашырыла.
Мәҫәлән, был тәңгәлдә Өфө ҡалаһының бер нисә урамында эштәр иртәнән кискә хәтлем тынмай. Баш ҡалабыҙҙың Ғабдулла Амантай, Завод, Кемеров, Коммунистик, Менделеев, Новороссийск, Суворов, Чернышевский, Затон шоссеһы урамдарындағы һәм Салауат Юлаев проспектындағы юлдарҙа ремонт алып барылыуы шуға асыҡ миҫал. Әйткәндәй, Салауат Юлаев проспектына заманса асфальт түшәлгән дә инде.
– Бер светофоры ла булмаған Салауат Юлаев проспектынан көн дә тигәндәй йөрөйөм, ул күҙгә күренеп яҡшырҙы, – тип ҡыуана водитель Илгиз Сәйетбатталов. – Шулай уҡ баш ҡалабыҙҙың бүтән урамдарына ла асфальт түшәлә.
Фото: https://tatiana-photo.ru/.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан