

Ошо көндәрҙә Салауат ҡала дауаханаһына 74 йәшлек пациент килтерелгән, ул эсе ауыртыуына зарланған.
Тикшереү үткәндән һуң диагноз ҡуйылған: үт ҡыуығы ташы ауырыуы, үт юлдарының елһенеүе, үт юлдарын таштар быуыуы, механик һарылыҡ. Был - ауыр эҙемтәләргә килтергән, кисектергеһеҙ операция талап иткән хәл. Шулай уҡ был осраҡта операцияны минималь йәрәхәтләнеү менән үткәреп булған эндоскопик алымдар ҙа бар. Әммә ул табип һәм шәфҡәт туташтары бригадаһының бик тәжрибәле булыуын талап итә һәм һыҙатлы хирургиянан ҡотолорға мөмкинлек бирә.
Республикала был процедура Өфө ҡалаһының бер нисә клиникаһында үткәрелә, ти дауахананың баш табибы Илшат Яппаров. Бәхеткә күрә, Салауат ҡала дауаханаһында ла бындай мөмкинлек бар, сөнки командала тәжрибәле хирург Ирек Баҡыев эшләй. Ул - юғары категориялы табип, медицина фәндәре кандидаты һәм Башҡортостандың атҡаҙанған табибы.
Шулай итеп, махсус эндоскопия ҡорамалын ҡулланып, рентген-контроль аҫтында пациентҡа операция үткәрелгән, уның барышында үт юлынан таштар алынған һәм үт ағыуының юлы асылған. Әлеге ваҡытта пациент үҙен яҡшы тоя һәм артабан дауалана.
Мәғлүм булыуынса, Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән 2019 йылда илебеҙҙә милли проекттар тормошҡа ашырыла башланы. Беҙҙең республикала был йүнәлешкә ҙур иғтибар бирелә. Нәҡ ошо милли проект нигеҙендә Башҡортостанда медицина учреждениеларының матди-техник базаһын, халыҡты медицина хеҙмәтләндереүен яҡшыртыуға йүнәлтелгән бик күп пландар һәм проекттар тормошҡа ашырыла. «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты (национальный проект «Здравоохранение») эшкә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем осраҡтарын кәметеүҙе, медицина ойошмаларында кадрҙарға ҡытлыҡты бөтөрөүҙе, бөтә граждандарҙы профилактик тикшереү менән солғап алыуҙы күҙ уңында тота.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: forest.bashkortostan.ru