

Бәләбәй ҡалаһында «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының (национальный проект «Жилье и городская среда» ) «Йәшәү өсөн яраҡһыҙ торлаҡ фондын тотороҡло ҡыҫҡартыуҙы тәьмин итеү» федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә биш ҡатлы күп фатирлы йорт төҙөлгән. Ул авария хәлендәге йорттарҙан күсеүселәр өсөн тәғәйенләнгән.
- Бәләбәйҙә 27 торлаҡ йорттан граждандар күсерелергә тейеш. 77 кеше яңы фатир асҡыстары көтә, - тип билдәләне БР төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин.
Мәғлүмә булыуынса, Башҡортостандың 2019-2023 йылдарҙа граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡ фондынан күсереү буйынса адреслы программаһына Бәләбәйҙә Красноармейский, Азатлыҡ, Совет һәм Сыртланова урамдарында урынлашҡан алты авария хәлендәге күп фатирлы йорт индерелгән. Күсерелергә тейешле торлаҡ биналарҙың дөйөм майҙаны 900 кв. метр самаһы тәшкил итә. В.Н. Травницкий урамында биш ҡатлы яңы йорт 2021 йылдың ноябрендә төҙөлә башлаған. Әлеге ваҡытта йорт күсенеүгә әҙер тиерлек. Бөтә биналарҙа ла биҙәү эштәре тамамланған.
Биләмәне төҙөкләндереү буйынса эштәр тамамланған, бәләкәй архитектура формалары ҡуйылған. Клининг эштәре алып барыла. Шулай уҡ эшселәр һыуыҡ һыу тәьминәте һәм торлаҡ биналарҙы йылытыу системаларын көйләү буйынса эштәр алып бара. Газ ҡорамалдары монтажлана һәм магистраль газ селтәрҙәренә инә. Яҡын көндәрҙә объектта йылы биреләсәк, һуңынан күп фатирлы йорт Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының ҡабул итеү комиссияһына күрһәтеләсәк.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: building.bashkortostan.ru