Милли проекттар
7 Ноябрь 2022, 06:15

Үҙ аяғында йүгереп йөрөйәсәк...

Табиптар дауалап ҡарай, әммә алға китеш һиҙелмәй

Үҙ аяғында йүгереп йөрөйәсәк...Үҙ аяғында йүгереп йөрөйәсәк...
Үҙ аяғында йүгереп йөрөйәсәк...

Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин социаль селтәрҙәге битендә ҡыҙыҡлы клиник осраҡ хаҡында һөйләгән. Етәксе әйтеүенсә, быйыл июль айында ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһы базаһында аяҡ-ҡулдар ишемияһы клиник үҙәге эшләй башлаған. Бында табиптар  амбулатор һәм стационар этаптарҙа ауырыуҙарҙы тикшереп, консультациялар үткәрә һәм дауалау тактикаһын билдәләй.

 Яңыраҡ 46 йәшлек пациент кинәт ауырып китеп, Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се клиник дауаханаһына эләгә. Һул аяғында хәүефле ишемия асыҡлана. Табиптар дауалап ҡарай, әммә алға китеш һиҙелмәй. Аяҡты ампутациялау мәсьәләһе килеп тыуа.

“Төбәк үҙәге менән кәңәшләшкәндән һуң пациентты ашығыс рәүештә ашығыс медицина дауаханаһына килтерәләр. Тәрән тикшереүҙәрҙән һуң аяҡта ҡан әйләнеше булмауын асыҡлайҙар. Ауырыуҙы шунда уҡ операция өҫтәленә һалалар, хирургтар ҡан тамырҙарынан тромбты алыу әмәлиәтен йәғни тромбэктомия үткәрә. Бер нисә сәғәт барған операциянан  һуң  ишемия хәүефе бөтөрөлә,  хирургтар пациенттың аяғын һаҡлап ҡала”,–  тип яҙа министр. Хәҙер пациентҡа бер ниндәй хәүеф янамай, ул үҙ аяҡтарында йүгереп йөрөйәсәк.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһының маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән  халыҡ өсөн.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото:mordoviya.ldpr.ru

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас