Милли проекттар
7 Ноябрь 2022, 04:15

Педагогия колледжы мәшғүллеккә булышлыҡ итә

Декрет ялындағы әсәләр, шулай уҡ 50 йәштән өлкәндәр белемен камиллаштыра

Педагогия колледжы мәшғүллеккә булышлыҡ итәПедагогия колледжы мәшғүллеккә булышлыҡ итә
Педагогия колледжы мәшғүллеккә булышлыҡ итә

Туймазы районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Туймазы педагогия колледжындағы Уҡыу үҙәге Worldskills стандартын иҫәпкә алып “Башланғыс кластарҙа уҡытыу” йүнәлеше буйынса өҫтәмә һөнәри белем биреү курсын асты. Уҡыу Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектының (национальный проект “Образование”) “Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” федераль проектына ярашлы ойошторола.

Мәғлүм булыуынса, декрет ялындағы әсәләр, шулай уҡ юғары йәки урта һөнәри белемле 50 йәштән өлкәндәр “Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” федераль проекты нигеҙендә бушлай уҡый. Дәрестәр көндөҙгө “Башланғыс кластарҙа уҡытыу” йүнәлеше буйынса оҫтаханала алып барыла.

Белем биреү программаһы 144 сәғәткә иҫәпләнгән. Уның буйынса уҡыусылар һөнәри күнекмәләрҙе үҙләштереп, эшкә урынлаша, үҙмәшғүл йәки шәхси эшҡыуар булараҡ теркәлә ала.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: contenta.info/press_releases/343855

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/343855

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас