Милли проекттар
8 Ноябрь 2022, 03:00

Сибайҙа ижади ағас оҫтаханаһы эшләй

Производствола бүлмәләр өсөн ишектәр һәм төрлө заманса мебель етештерелә.

Сибайҙа ижади ағас оҫтаханаһы эшләйСибайҙа ижади ағас оҫтаханаһы эшләй
Сибайҙа ижади ағас оҫтаханаһы эшләй

Сибай ҡала хакимиәтенән бизнес-шериф Ольга Шаранова белдереүенсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты буйынса (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) ҡалала үҙ эшен асҡан йүнселдәргә бар яҡлап ярҙам күрһәтелә.

Сибай ҡалаһынан Нәзиф Шәрипов - «Ламель» ижади ағас оҫтаханаһы етәксеһе. Сибайҙың йәш предприятиеһы 2020 йылдың ноябренән эшләй, производствола бүлмәләр өсөн ишектәр һәм төрлө заманса мебель етештерелә. Бизнес өсөн был файҙалы өлкә, сөнки ишектәр ҙур һорау менән ҡулланыла.

2020 йылда Нәзиф Шәрипов Сибай ҡалаһы хакимиәтенә "Эшҡыуарлыҡ сәғәте" нә мөрәжәғәт итә һәм уның һөҙөмтәләре буйынса субсидия алыуға муниципаль конкурста ҡатнашырға хәл ителә. Конкурста еңеүсе тип табылып, дәүләт ярҙамы ярҙамы менән предприятиеға ағас эшкәртеү һәм ағас әйберҙәр етештереү өсөн станоктар һатып ала.

Бөгөн Нәзиф Шәриповтың оҫтаханаһы уңышлы эшләй, даими һатып алыусылары бар һәм ассортиментты үҫтерә. 2022 йылдың майында ағасты тәрән эшкәртеү буйынса производство базаһында бүлмә ишектәрен етештереү линияһы сафҡа индерелә, сығарылған изделиеларҙың сифатын һәм һанын арттырыу өсөн өҫтәмә ҡорамалдар һатып алынған, 3D программа үҙләштерелгән, ул клиенттарға ишектәрҙе комплектлауҙы моделләргә  ҙур мөмкинлек бирә.

Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проектына ярашлы атҡарыла. Билдәле булыуынса, был милли проект биш федераль проекттан тора: “Эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын финанс ресурстарға, шул иҫәптән ташламалы финанслауға индереү юлдарын киңәйтеү”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү”, “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү”, “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу”.

Фото: Ольга Шаранова.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Сибайҙа ижади ағас оҫтаханаһы эшләй
Сибайҙа ижади ағас оҫтаханаһы эшләй
Сибайҙа ижади ағас оҫтаханаһы эшләй
Сибайҙа ижади ағас оҫтаханаһы эшләй
Автор:Карима Усманова
Читайте нас