Милли проекттар
8 Ноябрь 2022, 11:30

Яман шеште тиҙ асыҡлайҙар

Дауахананың баш табибы әйтеүенсә, ҡорамал бик ышаныслы һәм файҙаланыуҙа ябай.

Яман шеште тиҙ асыҡлайҙарЯман шеште тиҙ асыҡлайҙар
Яман шеште тиҙ асыҡлайҙар

Ҡалтасы үҙәк район дауаханаһына быйыл май айында урынлаштырылған яңы һанлы маммограф тулы ҡеүәтенә эшләй башланы. Ҡорамал “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу” программаһына ярашлы алынғайны.

Алты ай эсендә һанлы аппаратта бер меңдән ашыу тикшереү үткәрелгән һәм дүрт меңдән ашыу һүрәт эшләнгән. Маммография һөт биҙҙәренең торошо тураһында тулы мәғлүмәт бирә, туҡымаларҙа булған аҙ ғына үҙгәрештәрҙе лә  асыҡлай. Өҫтәүенә нурланыш та кәмерәк. Яңы аппарат сирҙе иртә асыҡлап, дауалауҙы уңышлы тамамларға ярҙам итә. Дауахананың баш табибы Ирина Бәҙретдинова әйтеүенсә, ҡорамал бик ышаныслы һәм файҙаланыуҙа ябай. Нур дозаһының түбән булыуы пациенттарҙың һәм табиптарҙың сәләмәтлегенә зарар килтермәйәсәк.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен (100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән, пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцияла мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас