

Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә “Эшҡыуар-2022” республика конкурсының ҡала этабы тамамланды. Конкурсты йыл һайын Рәсәй Президенты Владиимр Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) ярашлы, Стәрлетамаҡ эшҡыуарҙары ассоциацияһы үткәрә. 20-нән ашыу йүнселгә дипломдар һәм иҫтәлекле статуэткалар тапшырылды.
Быйыл 18 бизнес өлкәһе – төҙөлөш, ауыл хужалығы, етештереү, сауҙа, консалтинг һәм көнкүреш хеҙмәттәре, туризм, инновациялар һәм яңы технологиялар, йәмәғәт туҡланыуы, креатив индустрия, транспорт һәм логистика тармағы вәкилдәре билдәләнде. Уларҙы конкурс комиссияһы етештереү, табыш күләме, хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡы, эшҡыуарлыҡ өлкәһендә дөйөм стаж, хәйриәлек, продукция сифаты һәм уға ихтыяж кеүек күрһәткестәр буйынса баһаланы.
Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһында Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов, хакимиәт башлығы урынбаҫары, бизнес-шериф Артур Әсәҙуллин, Ҡала эшҡыуарҙары ассоциацияһы Советы рәйесе Екатерина Фризен ҡатнашты.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: sterlitamakadm.ru/
Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/344613