Милли проекттар
9 Ноябрь 2022, 06:15

Мәсетлеләр сәләмәт булһын өсөн

Оло Ыҡтамаҡ ауылында бер юлы ике яңы спорт объекты файҙаланыуға тапшырылды.

Мәсетлеләр сәләмәт булһын өсөнМәсетлеләр сәләмәт булһын өсөн
Мәсетлеләр сәләмәт булһын өсөн

Беренсе объект “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” федераль проекты сиктәрендә билдәләнгән “Атлант” стадионында “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” Бөтә Рәсәй физкультура-һауыҡтырыу комплексы нормативтарын тапшырыу өсөн бәләкәй майҙансыҡ булды.

Майҙансыҡта 26 төр тренажер урынлаштырылған: гимнастика ҡорамалдары, төрлө турниктар, ҡуда йөрөү, оҙонлоҡҡа һикереү өсөн комплекс, сәптәр, түшәмдәр, бурсалар, урам тренажерҙары һәм ГТО нормаларын үтәү өсөн башҡа кәрәкле ҡорамалдар. Майҙансыҡ махсус резина япма менән ҡапланған.

Сарала Башҡортостан Спорт министрлығының спорт объекттарын эксплуатациялау, учреждениелар эшмәкәрлеге һәм бюджет вәкәләттәре бүлеге начальнигы Тимур Ходжибеков, Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин, хакимиәт башлығының төҙөлөш һәм йәшәйеште тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Азамат Ҡәләмов, хакимиәт башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Альберт Сәғәҙәтов һәм “Тепловик” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте подряд ойошмаһы етәксеһе Алмаз Хәйретдинов ҡатнашты.

– Спорт – ул кешелек рухының һәм оҫталығының юғары ҡаҙаныштары ғына түгел, ә иң тәүҙә сәләмәт йәшәү рәүеше, тормошобоҙҙоң бер өлкәһендә лә унһыҙ мөмкин түгел. Ә үҫешкән спорт инфраструктураһы булмай тороп, уның үҫеше мөмкин түгел. Ошо маҡсатта Башҡортостан Хөкүмәте ярҙамында районда спорт майҙансыҡтары һәм ҡоролмалар булдырыла, – тине Әнис Ҡасим улы.

Тимур Искәндәр улы үҙ сығышында төбәктә спорт инфраструктураһының әүҙем үҫешеүен һәм 2024 йылға тиклем республиканың барлыҡ райондарында “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы майҙансыҡтары ҡуйыласағын билдәләне.

Сара “Исток” футбол командаһы уйынсыларына район хакимиәтенең рәхмәт хаттарын тапшырыу менән дауам итте. Улар Силәбе өлкәһенең Тау сәнәғәте зонаһы һәм Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш зонаһы командалары араһында мини-футбол буйынса асыҡ беренселектә 2020/2021 йыл миҙгелендә еңеү яуланы. Һуңынан ҡатнашыусыларҙы чемпион менән зарядкаға саҡырҙылар. Уны Рәсәйҙең дзюдо буйынса спорт мастеры, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры Салауат Карамов үткәрҙе.

Артабан сара “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программаһы сиктәрендә яңыртылған “Комета-спорт” паркында дауам итте.

“Комета-спорт”ты төҙөкләндереү – Оло Ыҡтамаҡ ауылы халҡы өсөн күптән көтөлгән ваҡиға. Парк биләмәһендә резина япмалы һәм ҡорамалдар менән балалар өсөн уйын майҙансығы, эскәмйәләр менән ял итеү зонаһы, универсаль спорт майҙансығы, воркаут зонаһы, япмалы урам тренажерҙары һәм скейт-парк булдырылған.

Рәсми өлөштән һуң спорт секцияларында шөғөлләнеүселәр кросс йүгерҙе. Иң яҡшы һөҙөмтә күрһәткәндәргә балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе грамоталары тапшырылды.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, паркты яңыртыу буйынса эштәр быйыл июль айында башланғайны. 2021 йылда Берҙәм дөйөм Рәсәй онлайн-тауыш биреү барышында районда йәшәүселәрҙең күбеһе тап ошо проект өсөн тауыш бирҙе.

Билдәле булыуынса, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите”, “Демография” (национальный проект “Жилье и городская среда”, “Демография”) милли проекттары Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

 #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Сығанаҡ: Диана Абдрахманова.

Фото: Мәсетле районы хакмиәте.

 

Мәсетлеләр сәләмәт булһын өсөн
Мәсетлеләр сәләмәт булһын өсөн
Мәсетлеләр сәләмәт булһын өсөн
Мәсетлеләр сәләмәт булһын өсөн
Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас