

Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә Башҡортостан Хөкүмәте Аппаратының төбәк проект офисы етәксеһе Айҙар Батыргәрәев, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Николай Ельников Стәрлетамаҡҡа килде. Улар ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары Илдар Ғарифуллин, Марат Кинйәбаев һәм подряд ойошмалары вәкилдәре менән бергә Стәрлетамаҡта Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” һәм “Мәғариф” милли проекттарын (национальные проекты “Жилье и городская среда”, “Образование”) тормошҡа ашырыу барышын тикшерҙе.
Делегация элекке “Ҡайынҡай” профилакторийында 1-се гимназия корпусы төҙөлөшөн, “Тоҙло пристань” проекты буйынса Ашҡаҙар йылғаһы ярын төҙөкләндереү, Яр буйы биҫтәһенә юл һалыу барышын ҡарап сыҡты.
1-се гимназия корпусында подряд ойошмаһы пластик тәҙрәләр ҡуйған, эске биҙәү эшенә тотонған. Тиҙҙән яңы радиаторҙар ҡуйып, йылы бирергә ниәтләйҙәр. Ашҡаҙар йылғаһының яр буйында эш 95 процентҡа тамамланған. Мәғлүм булыуынса, “Тоҙло пристань” проекты бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи биләмәләрҙә уңайлы ҡала мөхите булдырыу йәһәтенән иң яҡшы проекттарҙың Бөтә Рәсәй конкурсында еңеп сыҡҡайны.
Был көндә делегация ағзалары шулай уҡ Стәрле йылғаһы ярында эш барышын тикшерҙе. Бында эшселәр йәйәүлеләр юлына асфальт, бурса түшәгән, спорт майҙансыҡтарын йыһазландырған, пирсты монтажлай башлаған.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: sterlitamakadm.ru/