Милли проекттар
11 Ноября 2022, 05:15

Автоһәүәҫкәрҙәр ҡыуаныр инде

Әбйәлилдә юл буйы сервисы әүҙем үҫтерелә

Автоһәүәҫкәрҙәр ҡыуаныр индеАвтоһәүәҫкәрҙәр ҡыуаныр инде
Автоһәүәҫкәрҙәр ҡыуаныр инде

Әбйәлил районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) ярашлы район хакимиәтендә уҙғарылған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә урындағы йүнсел үҙенең проектын тәҡдим итте.

Илфат Төлкөбаев юл буйы сервисы объектын төҙөргә ниәтләй. Әбйәлил районының курорт зонаһына илткән юлда урынлашасаҡ комплекс автомобилдәрҙе техник хеҙмәтләндәреү станцияһын һәм автозапчастар магазинын үҙ эсенә аласаҡ.

“Юлда машинаны ремонтлауға йәки хеҙмәтләндереүгә ихтыяж тыуһа, урындағы халыҡҡа ла, ситтән килгән ҡунаҡтарға ла уңайлы булһын өсөн запас частар магазинын асырға, шунда уҡ техник хеҙмәт күрһәтергә теләк бар”, - тине йүнсел үҙенең проекты менән таныштырып.

“Идея, ысынлап та, ҡыҙыҡлы, ул автоһәүәҫкәрҙәрҙең күңеленә хуш килер, тип уйлайым”, – тип уны хупланы хакимиәт башлығы Илдар Нафиҡов.

Бизнес-проектты ҡарағандан һуң, хакимиәт башлығы белгестәргә уны тормошҡа ашырыу өсөн мәғлүмәт-консультация ярҙамы күрһәтергә ҡушты.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: contenta.info/press_releases/346958

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/346958

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас