Милли проекттар
11 Ноябрь 2022, 03:15

Был һуҡмаҡ сәләмәт тормошҡа илтә

Бөрө районының Пионер ауылында беренсе инклюзив экологик һуҡмаҡ асылды

Был һуҡмаҡ сәләмәт тормошҡа илтәБыл һуҡмаҡ сәләмәт тормошҡа илтә
Был һуҡмаҡ сәләмәт тормошҡа илтә

Бөрө районының Пионер ауылында беренсе инклюзив экологик һуҡмаҡ асылды. Уны әҙерләү буйынса ҙур эш “Кощеевтар йорто” проекты авторҙары, Бөрөнән, Өфөнән, Дүртөйлө районынан ирекмәндәр, Шишмә ауыл биләмәһендә йәшәүселәр тарафынан атҡарыла.

Проект “Тартышев” коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы тарафынан Рәсәй Федерацияһы Президенты гранты, тыуған яҡ илһөйәрҙәре, ил Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Демография” милли проекты аҡсаһына II “ЭрВий” (мари теленән тәржемә иткәндә “Иртәнге ысыҡ”) мәҙәни-спорт фестивале сиктәрендә тормошҡа ашырылған.

Бында Өфө, Бөрө ҡалаларынан, Бөрө, Яңауыл, Туймазы райондарынан фекерҙәш, энтузиаст һәм һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән 300 кеше йыйылған. Экологик һуҡмаҡ урындағы архитектура һәйкәле булған Кощеевтар йортон тергеҙеү маҡсатында ғына атҡарылманы. Сара өлкән йәштәгеләрҙең, инвалидтарҙың ҡатнашыуын, уларҙың һәм башҡаларҙың физик мөмкинлектәрен арттырыуҙы ла күҙаллай.

Әйткәндәй, физик әүҙемлек, сәләмәт тормош алып барыу, спорт тураһында һүҙ барғанда, Башҡортостанда “Физкультура, спорт һәм йәштәр сәйәсәте үҫеше” дәүләт программаһына үҙгәрештәр индерҙеләр. Хәҙер 18 йәшкә тиклемге, Олимпия, Паралимпия, Сурдлимпия уйындарының шәхси, эстафета һәм команда программаларына индерелгән, Олимпия, Паралимпия, Сурдлимпия уйындарының шәхси программаларына индерелмәгән спорт төрҙәре буйынса спорт ойошмалары ағзалары булған спортсыларға стипендия түләнәсәк. Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәте матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.

Башҡортостан Хөкүмәте кәңәшмәһендә республиканың спорт министры Руслан Хәбибовтың әйтеүенсә, тыйыу шарттарында күп кенә халыҡ-ара ярыштарҙа төрлө йәш буйынса комплекслы спартакиадаларҙы үткәреү яңы кимәлгә сыға. Был - уҡыусылар һәм йәштәр, Бөтә Рәсәй иң көслөләр спартакиадалары. Ошоноң менән бәйле Бөтә Рәсәй көслө спортсылар, Йәштәр, Рәсәй уҡыусылары спартакидаларында еңеү яулаусылар һәм призлы урын алыусылар, ошо үрҙә әйтелгән тәртип ҡабул ителһә, стипендия алыу хоҡуғына эйә буласаҡ.

Фото: https://birsk.bashkortostan.ru

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас