

Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә ҡаланың 33-сө мәктәбе биләмәһендә “аҡыллы” спорт майҙансығын асыу тантанаһы булды. Ул Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектының (национальный проект “Демография”) “Бизнес-спринт” федераль проекты буйынса төҙөлгән. Сымһыҙ Wi-Fi локаль селтәре һәм смартфондан махсус дәрестәрҙә ҡатнашыу мөмкинлеге биргән махсус QR-кодтар менән тәьмин ителеүе һөҙөмтәһендә майҙансыҡҡа “аҡыллы” тигән тамға бирелгән.
Спорт майҙанының күләме 4922 квадрат метр. Бында байтаҡ спорт төрҙәре менән хәүефһеҙ шөғөлләнеү өсөн шарттар тыуҙырылған, хоккей, баскетбол, волейбол майҙансыҡтары, теннис өҫтәле, йүгереү юлдары, балалар һәм өлкәндәр өсөн воркаут зонаһы бар.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: sterlitamakadm.ru
Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/345927