

“Мәғариф” милли проекты сиктәрендә (национальный проект “Образование”) Ишембай ҡалаһының 19-сы мәктәбе 28 яңы ноутбук һәм 3 күп функциялы ҡоролма алды.
Мәктәп ҡаланың “Көньяҡ” биҫтәһендә урынлашҡан. Унда йыл һайын яңы йорттар төҙөлә һәм мәктәп уҡыусылары һаны ла арта бара. 2005 йылда алынған йыһазландырыу ҡорамалдары техник торошо буйынса иҫкергән була. Һанлы дисциплиналарҙы уҡытыу һәм инновацион технологияларҙы йәлеп итеп дәрестәр уҙғарыу махсуслаштырылған уҡыу бүлмәһен – информатика кабинетын талап итә. Хәҙер тап унда яңы ноутбуктар урын алған да инде. Был иһә уҡытыусыларға һәм уҡыусыларға яңы эш урындарын булдырырға ла мөмкинселек биргән. Заманса компьютер менән йыһазландырыу арҡаһында балалар “Киләсәккә билет”, “Йәшәйеш хәүефһеҙлеге”, "ДоброволецПРО" проекттарында, онлайн вебинарҙарҙа, конкурстарҙа, олимпиадаларҙа ҡатнашҡан. 9А класс уҡыусыһы Булат Хисаметдинов үҙенең фекерҙәре менән дә уртаҡлашты:
Был саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарын тормошҡа ашырырға ла булышлыҡ итә.
Фото:Башинформ.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроектың
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан