Милли проекттар
12 Ноябрь 2022, 05:00

Йүнселгә ер кәрәк

2012 йылдан Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында Шамил Иҫәндәүләтовтың ағас бысыу һәм юныу оҫтаханаһы эшләй.

Йүнселгә ер кәрәкЙүнселгә ер кәрәк
Йүнселгә ер кәрәк

Ағас бысыу продукцияһы халыҡ хужалығының бөтә тармаҡтарында ла киң ҡулланыла: сәнәғәттә, ауыл хужалығында, төҙөлөштә һәм башҡаларҙа. Бөгөн бизнестың ошо төрөн иң көнүҙәк, ҙур ихтыяж менән файҙаланғандарға индерергә мөмкин. Был йорттар, мунсалар, шулай уҡ тиҙ йыйып ҡуйыла торған ағас конструкциялар төҙөү артыуы менән бәйле.

2012 йылдан алып Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында шәхси эшҡыуар Шамил Иҫәндәүләтовтың ағас бысыу һәм юныу оҫтаханаһы эшләй. Уның биләмәһе етештереү ихтыяждарын ҡәнәғәтләндермәй башлағанға күрә, йүнсел эшмәкәрлеген Сибай ҡалаһында ла йәйелдерергә ниәтләй. Бының өсөн көнүҙәк мәсьәләне хәл итергә – ер участкаһы алырға кәрәк. Шамил Камил улының маҡсаты – 11 хеҙмәт урыны булдырып, ағас эшкәртеү буйынса тулы етештереү булдырыу.

"Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү" милли проекты (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") сараларына ярашлы, эшҡыуарға консультация ярҙамы күрһәтелгән. Был хаҡта Сибай ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Сығанаҡ, фото: sibay.bashkortostan.ru

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас