Милли проекттар
13 Ноябрь 2022, 08:00

Ҡарый балалары арымай

Яңыртылған спорт залы мәктәп уҡыусыларына һәм уҡытыусыларына ҙур бүләк булды.

Ҡарый балалары арымайҠарый балалары арымай
Ҡарый балалары арымай

"Мәғариф" милли проектының "Һәр баланың уңышы" төбәк проектына ярашлы, Краснокама районының Арлан ауылындағы мәктәп-интернаттың филиалы булған Ҡарый мәктәбенең спорт залы ремонтланған. Эштәрҙе "ГлавСтрой" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте башҡарған.

Ойошма эшселәре ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ҙур күләмдәге бурыстарҙы атҡарып сыҡҡан: иҫке иҙәнде һүтеү, яңы материалды эшкәртеү, билдәләр һыҙыу, иҙәнде өс ҡатлам итеп лак менән ҡаплау. Сауҙалашыуҙан экономияланған аҡсаға спорт залының түшәмен һәм стеналарын ағартҡандар.

Физкультура дәрестәрен үткәреү, унан тыш шөғөлләнеү өсөн бөтә мөмкинлектәр булдырылған, тейешенсә йыһазландырылған спорт залына балалар айырыуса шат. Мәктәп спорт залын яңыртыу – йәш быуындың физик үҫешенә, уларҙың сәләмәтлеген нығытыуға ҙур өлөш индереү ул. Балалар ҙур теләк менән мәктәп ҡарамағындағы спорт секцияларына йөрөй.

"Спортзал ҙур ихтыяж менән файҙаланыла, - ти Ҡарый мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы Алексей Алексеев. - Эш көндәрендә, кистәрен, бында төрлө йәштәге спорт һөйөүселәр йыйыла. Мәктәп уҡыусылары ла мини-футбол, волейбол, теннис уйнарға, үҙҙәрен башҡа спорт төрҙәрендә һынап ҡарарға атлығып тора".

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы тормошҡа ашырылған "Мәғариф" милли проекты (национальный проект "Образование") ярҙамында бында ысын спортсылар, иң мөһиме - сәләмәт быуын тәрбиәләнәсәк.

Фото: krasnokama.bashkortostan.ru

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас