

Асҡын районы үҙәгендәге Башҡортостан ауыл хужалығы һөнәри колледжында биналарҙы капиталь ремонтлау дауам итә. Ул "Мәғариф" милли проектына ярашлы башҡарыла.
Эштәр барышы менән район хакимиәте башлығы Динис Йосопов оҙатыуында республиканың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Инесса Косолапова һәм мәҙәниәт министры урынбаҫары Илнур Мөхйәнов танышты. Объектта улар эш кәңәшмәһе үткәрҙе, подрядсы ойошма алдына бурыстар ҡуйҙы.
Ҡашҡа ауыл мәҙәниәт йортон капиталь ремонтлау буйынса ла эштәрҙе ваҡытында тамамлау бурысы ҡуйылды. Төҙөүсе әлеге ваҡытта стеналарҙы буяу, иҙәнде ремонтлау, йылытыу системаһын, электр сымын монтажлауға күскән. Өс йыл элек бында “Кесе Ватан мәҙәниәте” проектына ярашлы матди-техник база яңыртылған.
Динис Рәдис улы һәм Илнур Илдар улы тағы ла бер объектта – Ҡубыяҙ ауылындағы мәҙәниәт йортонда булды. Белеүебеҙсә, ағымдағы йылда бында яңы яҡтыртыу һәм тауыш ҡорамалдары урынлаштырылды, сәхнә кейемдәре, тамашасылар залында ултырғыстар алмаштырылды, инструменттар, костюмдар алынды. Был эштәр “Кесе Ватан мәҙәниәте” проектына ярашлы мөмкин булды. Эш сәфәре барышында ауыл мәҙәниәт йортон капиталь ремонтлау мәсьәләһе лә ҡуҙғатылды. Мәҙәниәт министры урынбаҫары уны хәл итеүҙә ярҙам күрһәтергә вәғәҙә бирҙе.
Белеүебеҙсә, “Мәғариф” милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы тормошҡа ашырыла.
Фото: Д.Р. Йосоповтың социаль селтәрҙәге сәхифәһе.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан