

Ғафури районының Сәйетбаба ауылында "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проектының "Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" федераль программаһын тормошҡа ашырыуға ярашлы Еңеү паркы асылды.
Элек буш торған 15 мең квадрат метрлыҡ биләмә заманса ял итеү зонаһына әйләнгән. Эштәр бында 2020 йылдан өс этапта алып барылған. Беренсеһендә майҙансыҡтың нигеҙе әҙерләнгән. Икенсеһендә хоккей майҙансығы урынлаштырылған, асфальт түшәлгән, ҡойма яһалған. Балалар уйын комплексын һәм резина япмалы спорт майҙансыҡтарын, тротуарҙарҙы төҙөкләндереү, яҡтыртыу, сәхнә, эскәмйәләр һәм урналар ҡуйыу кеүек эштәр башҡарылған.
- Һөҙөмтә һоҡланғыс. Яңы паркка ҡарап, проектты тормошҡа ашырыу өсөн күпме көс һалынғанын аңлайһың. Сәйетбабалар өсөн ысын күңелдән шатмын. Был парк ауылдың үҫеш үҙәгенә, балаларҙың һәм йәштәрҙең яратҡан урынына әйләнһен, - тине Ғафури районы хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов.
Белеүебеҙсә, "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проекты (национальный проект "Жилье и городская среда") Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы тормошҡа ашырыла.
Фото: vk.com/kultura_gafuri
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан