

“Беҙҙең участка табибы” проектын ғилми-тикшеренеү клиник институты белгестәре ҡатнашлығында Мәскәү өлкәһенең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы әҙерләгән. Уның төп бурысы - педиатр һәм терапевтарҙың хеҙмәт шарттарын яҡшыртыу, уларҙың һанын арттырыу, йәш белгестәрҙе һөнәргә ылыҡтырыу. Шулай уҡ проектты тормошҡа ашырыу табиптарға төшкән көсөргәнеште кәметергә, ваҡытты дөрөҫ файҙаланырға, пациенттарға күберәк ваҡыт бүлергә ярҙам итәсәк.
Проектта ҡатнашыу мәсьәләһе Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан үткәрелгән онлайн-кәңәшмәлә тикшерелде. Башҡортостан исеменән республика һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Татьяна Һәүбәнова, штаттан тыш педиатр Людмила Семавина, 3-сө, 5-се,6-сы балалар поликлиникалары етәкселәре һәм 17-се ҡала балалар клиник дауаханаһы табиптары ҡатнашты. Проектҡа ярашлы, участка педиатрҙары уҡыу өсөн яңы мөмкинлектәр һәм психологтарҙан, кәңәшсе-тәрбиәселәрҙән ярҙам аласаҡ.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май“ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.
Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡҡа ла.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.