Милли проекттар
15 Ноябрь 2022, 07:00

Улдары янына - ике ҡыҙсыҡ!

Ҡалтасы районы ЗАГС бүлегендә быйыл тәүге игеҙәк балалар теркәлгән.

Улдары янына - ике ҡыҙсыҡ!Улдары янына - ике ҡыҙсыҡ!
Улдары янына - ике ҡыҙсыҡ!

Был шатлыҡлы ваҡиға  Вадим  һәм Анастасия Ивановтар ғаиләһендә булған. Бер юлы ике ҡыҙыҡай донъяға килгән, сабыйҙар араһында бер минутлыҡ айырма ғына. Игеҙәк ҡыҙҙар  өс йәшлек Кирилл ағаларына ҙур бүләк!

 Ирле-ҡатынлы Ивановтар икеһе лә Ҡалтасы районында тыуып үҫкән. Хеҙмәт юлын ирле –ҡатынлылар тыуған районына башлаған. Йәш ғаилә Ҡалтасы үҙәк район дауаханаһында эшләй. Вадим Эдгарович - ашығыс ярҙам машинаһы водителе, Анастасия Сергеевна - участка терапевы.

ЗАГС бүлеге хеҙмәткәрҙәре тантаналы шарттарҙа ҡыҙҙарҙың тыуыу тураһында таныҡлыҡтар тапшырып, ата-әсәләрҙе ҡотлаған һәм  балаларҙың һау-сәләмәт, бәхетле булыуҙарын, ата-әсәләрен килсәктә  ҡаҙаныштары һәм уңыштары менән ҡыуандырыуҙарын теләгән.

Ишле ғаиләләрҙе хәстәрләү буйынса эш “Демография” (национальный проект "Демография") милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә атҡарыла.

Фото: Ҡалтасы районы ЗАГС-ы сайтынан.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Карима Усманова
Читайте нас