Милли проекттар
16 Ноябрь 2022, 07:15

Сибай – Аҡъяр юлындағы ауылдарҙа интернет тота!

Яңы станциялар Баймаҡ районында элемтә сифатын яҡшыртырға мөмкинлек бирҙе.

Сибай – Аҡъяр юлындағы ауылдарҙа интернет тота!Сибай – Аҡъяр юлындағы ауылдарҙа интернет тота!
Сибай – Аҡъяр юлындағы ауылдарҙа интернет тота!

Дәүләт идаралығының һанлы үҫеше министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, төбәк автомобиль юлының Сибай менән Аҡъярҙы тоташтырған 100 километрлыҡ участкаһында юғары тиҙлекле мобиль селтәр барлыҡҡа килде. Эш ил Президенты Владимир Путиндың указы менән раҫланған “Рәсәй Федерацияһының һанлы иҡтисады” милли проектына (национальный проект “Цифровая экономика Российской Федерации”) ярашлы башҡарылды.

– Башҡортостан Хөкүмәте “Сибай – Аҡъяр” автомобиль юлында мобиль элемтә станциялары төҙөүҙе финансларға ҡарар иткәйне. Техник йөкләмәгә ярашлы, подрядсы сигнал ҡабул итә һәм тарата торған аппаратуралы дүрт системалы комплекс ҡуйырға тейеш ине. Әле эш тулыһынса тамамланды, Сибайҙан Аҡъярға тиклемге юл участкаһы 2, 4G стандартындағы сымһыҙ элемтә сигналы менән 95 процентҡа тәьмин ителде, – тине республикалағы дәүләт идараһының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин.

Яңы станциялар Баймаҡ районының Күлтабан һәм Кәрешкә ауылдарында элемтә сифатын ярайһы уҡ яҡшыртырға мөмкинлек бирҙе. Бынан тыш, Хәйбулла районының Яңы Украинка һәм Комсомол, Белорет районының Сосновка ауылдарында тәүге тапҡыр мобиль элемтә барлыҡҡа килде.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: it.bashkortostan.ru/presscenter/news/496925/, 73online.ru/r/do_konca_goda_internet_provedut_v_25_sel_i_dereven_ulyanovskoy_oblasti-96860

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/348900

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас