Милли проекттар
16 Ноябрь 2022, 09:45

Юридик ярҙам бушлай күрһәтәләсәк

Бөтә Рәсәй берҙәм юридик ярҙам көнөндә республикала 59 үҙәк эшләйәсәк.

Юридик ярҙам бушлай күрһәтәләсәкЮридик ярҙам бушлай күрһәтәләсәк
Юридик ярҙам бушлай күрһәтәләсәк

18 ноябрҙә Башҡортостанда Бөтә Рәсәй берҙәм юридик ярҙам көнө үтә. Республика биләмәһендә 59 үҙәк эшләйәсәк, шуның 11-е Өфөлә урынлашҡан.

Башҡортостан Республикаһы прокуратураһы, Дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы, Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт хоҡуҡ бюроһы хеҙмәткәрҙәре, ағзалары, юристары граждандарҙы ҡабул итәсәк. Бынан тыш, бөтә ҡалаларҙа һәм райондарҙа нотариустар эш урындарында бушлай консультациялар үткәрәсәк. Барлыҡ юридик мәсьәләләр буйынса юристарға мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.

Билдәләргә кәрәк, һуңғы Бөтә Рәсәй берҙәм юридик ярҙам көнөндә 500-гә яҡын кеше юридик ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән. Процессуаль документтарҙы тултырыуҙа һәм әҙерләүҙә кешеләр кәңәш, ярҙам алған. Мөрәжәғәттәрҙең бер өлөшө Ассоциацияның урындағы бүлексәләре рәйестәренең шәхси контроле аҫтына алынған. 

Шулай итеп, Рәсәй юристары ассоциацияһы юристары етем балаға муниципалитет хакимиәттән торлаҡ алыуҙа ярҙам итә; инвалидтың быға тиклем мәрхүм атаһының ҡарауында булыуы судта иҫбатлана, был иһә беренсе төркөм инвалидына страховка түләүҙәрен, шул иҫәптән ҡараусыһын юғалтыу буйынса ай һайын түләүҙәрҙе һәм ҡараусыһын юғалтҡан өсөн бер тапҡыр түләнә торған түләүҙе һәм социаль льготалар алыу мөмкинлеген биргән.

Бушлай юридик ярҙам үҙәктәренең 18 ноябрҙә ҡабул итеү тәртибе менән һылтанма буйынса танышырға мөмкин: https://alrf-rb.ru/tpost/za55yrc9c1-18-noyabrya-vo-vserossiiskii-edinii-den.

Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы ҡабул ителгән “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проектын (национальный проект «Производительность труда и поддержка занятости») тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.

Фото: рәсми сығанаҡтан.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан  

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас