

Рәсәй Федерацияһында “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” өҫтөнлөклө милли проекты (национальный проект “Безопасные качественные дороги”) уңышлы тормошҡа ашырыла. Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путиндың һүҙҙәренә ҡарағанда, милли проекттарҙың (национальные проекты) һәммәһенең дә төп маҡсаты –граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, кешеләргә йәшәйештә уңайлы шарттар тыуҙырыу.
Башҡортостан етәкселеге лә был тармаҡҡа айырыуса етди иғтибар бүлә, “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект “Безопасные качественные дороги”) нигеҙендә төрлө уй-пландар тормошҡа ашырыла.
Мәҫәлән, Өфөлә транспорт иң күп йөрөгән, баш ҡалабыҙҙың үҙәгендә урынлашҡан Ибраһимов бульварына капиталь ремонт тамамланыуға табан бара. Был юл “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты объекттары исемлегенә индерелгәйне. Ибраһимов бульварына капиталь ремонт үткәреүгә контракт 2020 йылдың ноябрь айында төҙөлгәйне. Эштәрҙең дөйөм хаҡы – яҡынса 265 миллион һум. Бөгөнгә эштәрҙең 97 проценты тамамланған да инде. Ошо объектты ағымдағы йылдың ноябрь аҙаҡтарына тапшырырға иҫәп тоталар.
– Быйыл Башҡортостанда объекттарҙы финанслауҙың дөйөм күләме, “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә, 14 миллиард тирәһе тәшкил итте, шуның 10 миллиардҡа яҡыны – федераль аҡсалар, – тип һөйләй Башҡортостан транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев. – 2022 йылда беҙҙең төбәк тик милли проект арҡаһында 140 километрҙан ашыу юлды һәм 400 метрҙан ашыу күперҙе яҡшыртыуға иреште.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, элек был бик бульвар насар хәлдә ине һәм тейешле талаптарға ла яуап бирмәне. Әле сикте белдергән иҫке таштар яңыға алмаштырылған, техник һыҙаттар яңынан эшләнгән. Бынан тыш, юл полотнаһы яңыртылған, тыштағы электр менән яҡтыртыу ҡоролмаһы үҙгәртелгән һәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү тәңгәлендә лә күп эштәр башҡарылған. Мәҫәлән, урам-юл селтәре участкаһында юл билдәләре барлыҡҡа килгән, горизонталь һыҙат һыҙылған. Тиҙҙән яңы светофорҙар ҡуйыласаҡ. Төҙөүселәр йәйәүлеләр тротуарын ремонтлаған һәм тулыһынса плитә һалыу иҫәбенә, Ибраһимов бульвары буйынса сквер тротуарын үҙгәртеп һалған.
Шуныһы, Ибраһимов бульварында, техник мөмкинлектәрҙе иҫәпкә алып, йәйәүлеләр хәрәкәтен тәртипкә килтереү маҡсатында ҡыуаҡлыҡтар ултыртыу күҙ уңында тотола. Был тулыһынса үҙен аҡлай, баш ҡаланың архитектура-художество йөҙөнә ыңғай тәьҫир итә һәм хәүефһеҙлек стандарттарына ла яуап бирә.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан