Милли проекттар
18 Ноябрь 2022, 04:30

400-сө сабый тыуған!

Яңы донъяға килгән малайға Марсель тип исем ҡушҡандар.

400-сө сабый тыуған!400-сө сабый тыуған!
400-сө сабый тыуған!

Йыл башынан Әбйәлил районында 400-сө бала донъяға килгән. Кисә Әбйәлил районының ЗАГС бүлегендә ошо турала акт теркәлгән. Баланың тыуыу тураһындағы таныҡлыҡты алырға сабыйҙың атаһы Заһир Ялалов үҙе килгән. Йәш әсә Айгөл улдары менән өйҙә ҡалған. Ялаловтар малайҙарына Марсель тип исем ҡушҡан.

Йәш ата-әсәне улдары тыуыуы менән ҡотлайбыҙ, сабыйҙың ата-әсәле, һау-сәләмәт булып үҫеүен теләйбеҙ!

”Демография” (национальный проект "Демография") милли проектына ярашлы, илебеҙҙә тыуымды арттырыу, сабыйҙар һаулығын хәстәрләү буйынса ҙур эштәр башҡарыла. Владимир Путиндың Мөрәжәғәтнамәһендә ғаиләләргә социаль ярҙам буйынса мөһим саралар ҡабул ителеүе хаҡында ла хәбәрҙарбыҙ.

 #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото һәм текст сығанағы: "Абзелил" 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас