

Рәсәй Президенты В.В. Путиндың 2018 йылдағы указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә (национальный проект "Культура") Рәсәй мәҙәниәт министрлығы һәм Кино фонды махсус операция тураһында документаль фильмдар теҙмәһе эшләй башлай. Был хаҡта Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министры Ольга Любимова Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Хөкүмәт ағзалары менән оператив кәңәшмәһендә хәбәр итте.
"Кино фонды эшмәкәрлеге сиктәрендә яңы проект – «Мәҙәниәт» милли проекты ярҙамында яңыртылған кинозалдарҙа үҙебеҙ хаҡында документаль фильмдар прокаты эшләй башлайбыҙ», – тине Мәҙәниәт министры.
2019 йылда Кино фонды 500 меңгә тиклем кеше йәшәгән тораҡ пункттарҙа урынлашҡан һәм «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә яңыртылған кинозалдарҙа төбәк дистрибуцияһына һәм репертуар планлаштырыуға йүнәлтелгән «Кинопрокат Фонды»проектын башлап ебәрҙе. 2022 йылдан программа киңәйтелде: хәҙер проектҡа теләһә ниндәй кинотеатрҙар һәм кинозалдар инә ала.
Бынан алда Рәсәйҙең Мәҙәниәт Министрлығы яңы тарих тураһында сюжеттар буйынса кино проекттарына айырым конкурс үткәрҙе. Авторҙар махсус операция, Донбасс тарихы һәм уны һаҡлаусыларҙың ҡаһарманлығы тураһында проекттар тәҡдим итә ала. Бындай тәүге проекттар етештереүгә ингән дә инде. 2023 йылда ла ошо өҫтөнлөклө тема буйынса яңы проекттарға ярҙам итеү күҙаллана.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан