Милли проекттар
18 Ноябрь 2022, 06:15

Яңауылда мәктәп яңыра

Белем усағын әле үк “танымаҫлыҡ булып үҙгәргән” тип әйтергә мөмкин

Яңауылда мәктәп яңыраЯңауылда мәктәп яңыра
Яңауылда мәктәп яңыра

Яңауыл ҡалаһындағы 4-се мәктәптә капиталь ремонт эштәре дауам итә. Был белем усағы ҡалала иң йәш мәғариф учреждениеларының береһе һанала. Эштәр быйылғы йылдың июнендә башланғайны.

Мәктәпте әле үк “танымаҫлыҡ булып үҙгәргән” тип әйтергә мөмкин. Шуны ла әйтергә кәрәк: эштәр графикта билдәләнгәндән алдараҡ бара.

Капиталь ремонтҡа ярашлы мәктәптең тышҡы йөҙө яңыртып көпләнә, эске биҙәкләү эштәре башҡарыла, тәҙрәләр алмаштырылған, ҡыйыҡ тулыһынса яңыртып ябылған.

Участка начальнигы Динар Ғабдуллин билдәләүенсә, эшселәр аҙнаның ете көнөндә лә, йәғни ялһыҙ эшләй. Әлеге ваҡытта иҙәндәр тигеҙләп һалына, янғын сигнализацияһы, видеокүҙәтеү камералары ҡуйыу буйынса эштәр башҡарыла.

Ремонт барған ваҡытта 4-се мәктәп уҡыусыларының бер өлөшө – ҡала лицейында, икенселәре И.Ш. Мөҡсинов исемендәге гимназияла уҡый. Яңыртылған белем усағындағы ремонт эштәре киләһе йылдың йәйенә тамамланып, балалар заманса шарттарға яраҡлаштырылған мәктәптә уҡый башлар, тип көтөлә.

Белем усаҡтарын яңыртыу ил Президенты В.В. Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Мәғариф” милли проекты (национальный проект “Образование”) ҡуйған бурыстарҙы үтәргә булышлыҡ итә.

Сығанаҡ һәм фото: “Янаульские зори” гәзите.  

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Яңауылда мәктәп яңыра
Яңауылда мәктәп яңыра
Яңауылда мәктәп яңыра
Яңауылда мәктәп яңыра
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас